Редакциябыҙға килгән сираттағы хат күңелдә ауыр тойғолар ҡалдыра. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы яҡынлашҡанда, ошо көнгә арналған һәйкәл емерелгән. Был хаҡта Роман Козолупенко тигән кеше мөрәжәғәт иткән.
“Һеҙгә элек Көйөргәҙе районының Свобода ауылында йәшәп киткән кеше яҙа. Ауылыбыҙҙа кемдәрҙер Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә арнап һалынған һәйкәлде емергән. Уның ветерандарҙың фамилияһы яҙылған хәтер таҡтаһын ватҡандар, мемориалдың биләмәһен йәмһеҙләгәндәр.
Үҙемде белгәндән бирле бар ауыл халҡы был һәйкәлде ҡарап, тәртиптә тотто. Беҙҙең ғаиләнән ике олатайым һәм ике өләсәйем дә һуғышта ҡатнашҡан. Уларҙың, шулай уҡ башҡа унлаған ветерандың исеме яҙылған бында. Бөтөн илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршыларға әҙерләнгәндә, беҙҙә ошондай эштәр ҡылына”, – тип яҙа замандашыбыҙ һәм был хәлде тикшереп, һәйкәлде тергеҙеүҙе һорай.
Ысынлап та, башҡа һыймаҫлыҡ ҡырағайлыҡ. Был мәсьәлә тиҙ арала хәл ителер тип өмөтләнәйек.