Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Август 2019, 18:28

Мотоцикл кемгә эләгер?

6-7 сентярҙә “Торатау” конгресс холы эргәһендәге Салауат Юлаев майҙанында Йәштәр көнө уҙғарыла. Бәхетле бер тамашасы мотоцикл менән бүләкләнәсәк. Бүләкте нисек оторға?

Фото: "Башинформ".
Фото: "Башинформ".
6-7 сентярҙә “Торатау” конгресс холы эргәһендәге Салауат Юлаев майҙанында Йәштәр көнө уҙғарыла. Тәүҙә брейк-данс буйынса чемпионат, аҙаҡ республиканың КВН командалары араһында Йәйге кубок өсөн ярыш үткәреү күҙаллана. Киске сәғәт 9-ҙа асыҡ һауала дискотека ойошторола. Унда VIA Chappa группаһы сығыш яһаясаҡ.
7 сентябрҙә шунда уҡ “Сәләм, студент!” байрамына көтәләр. Киске сәғәт алтынан унға тиклем башҡорт эстрада йондоҙҙары йәштәр алдында сығыш яһаясаҡ. Бәхетле бер тамашасы мотоцикл менән бүләкләнәсәк.
Читайте нас в