Хайран итерлек хәлдәр күп донъяла. Американың Невада штатында йәшәгән ҡатын, нахаҡҡа ғәйепләнеп, төрмәлә 35 йыл ултырып сыҡҡан.
68 йәшлек Кэти Вудс хөкөм итеүселәрҙең хатаһы өсөн өс миллион доллар күләмендә компенсация аласаҡ.
“Бер ниндәй сумма ла ул кисергәнде ҡаплай алмай, исмаһам, үҙе тураһында хәстәрлек күрергә ярҙам итер”, тип иҫәпләй адвокаты.
Ҡатынды студент ҡыҙҙы үлтереүҙә ғәйепләгәндәр. Тәүге хөкөм ҡарарын 1980 йылда ғәмәлдән сығаралар, әммә дүрт йылдан яңынан тергеҙәләр. Уның енәйәт ҡылмағанын бары 2014 йылда ғына ДНК анализы ярҙамында тулыһынса иҫбатлай алалар, сөнки тикшереү башланған 1976 йылда бындай ысул юҡ ине.
Хәҙер Кэти үҙенән психиатрия дауаханаһында енәйәт ҡылыуын танырға мәжбүр иткәндәрҙән компенсация алырға ниәтләй.