Нәҡ уларҙың тырышлығы менән тирә-йүн йәмләнә.
“Коммунальник” муниципаль унитар предприятиеһы Дүртөйлө ҡалаһын төҙөкләндереү, йәшелләндереү, санитар таҙартыу менән шөғөлләнә. Нәҡ уларҙың тырышлығы менән ҡала майҙандары йәйгеһен йәшеллеккә күмелеп ултыра, газондарҙа сәскәләр үҫә, ҡала эсендәге юлдар, тротуарҙар төҙөк һәм таҙартылған.
Бының өсөн предприятие коллективы йыл әйләнәһенә фиҙакәр хеҙмәт һала. Көндө, ғәҙәттә, иртә таңдан автотранспорт цехы эшселәре башлай. Цехҡа Ринат Хөсәйенов етәкселек итә. Ҡышҡы бурандарҙа улар хатта төнгө сәғәт 3-4-тә урамдарҙы ҡарҙан таҙартырға сыға. Йәйге осорҙа ла ҡала уянғансы эшкә керешәләр. Эшселәр Самат Әхмәҙуллин, Илгиз Ғабдуллин, Руслан Ғәлимов, Фәрит Закирйәнов, Рәфис Мәрҙәншин, Илмир Шәрипов, Рәүҙәт Аҫылгәрәев, Рөстәм Закиров, автогрейдерсылар Данис Байрамшин, Әлфир Әхмәҙиев, Радик Латипов, водителдәр Винер Куручев, Илфат Зәйнетдинов, Рәмзил Шәйхинуров, Олег Алексеев, электр менән иретеп йәбештереүселәр Ринат Ямалетдинов, Малик Рәхимов, Фәрит Закирйәнов, Самат Әхмәҙуллин, Рузил Фәтхелбаянов үҙ эштәрен күңел биреп башҡара. Шундай хеҙмәткәрҙәрҙең тырышлығы менән ҡала юлдары, тротуарҙар таҙа һәм ҡараулы. Быға Энгель Ҡазыханов етәкселегендәге санитар таҙартыу бригадаһы уңғандары ла лайыҡлы өлөш индерә.
Яҙғы һәм йәйге осорҙа эш улар өсөн айырыуса мөһим. Һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, улар сафта. Парктарҙа ҡала майҙандарын йәшелләндерәләр, яҙлы-көҙлө ағас, ҡыуаҡ үҫентеләре ултырталар, сәскәләр үҫтерәләр. Үткән йыл 515 төп ағас үҫентеһен, 11 мең дана сәскәне тәрбиәләп үҫтергәндәр. Рәүилә Кәримова, Илвира Ғәзизова кеүек матурлыҡ яратҡан эшселәр тупланған бригадаға.
Төҙөкләндереүселәр бригадаһы тураһында ла маҡтау һүҙҙәре генә ишетергә мөмкин. Фидус Ниғмәтуллин, Радик Баһманов, Илмир Басиров, Виктор Чиглинцев, Валерий Букреев, Риф Тимерйәнов, Данил Мәхийәнов, Булат Ғәлиев кеүек уңғандар эшләй унда.
Коллектив ҡала урамдарын һәр саҡ ҡунаҡ көткәндәй таҙартып тора. Ә инде предприятиеның етештереү базаһы инженерлыҡ селтәрҙәрен яңыртыу, коммуникацияларҙың төҙөклөгөн тәьмин итеү, капиталь ремонт эштәре өсөн яуаплы. Биҙәкләүселәр Раушания Хәкимуллина, Фәнә Мифтахова, балта оҫтаһы Әхнәф Мөхәмәтдинов, слесарь Илмир Ямалов, диспетчерҙар Лариса Ҡазыханова, Гүзәл Ибраһимова, Гөлнара Сәйетгәрәева, Эльвира Мәргәмова, водитель Эдуард Васильев был хеҙмәт участкаһының таянысы булып тора.
Предприятиеның күп кенә уңғандары район, хатта республика күләмендә маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған. Улар араһында Башҡортостандың атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре Малик Рәхимов, Фәрит Закирйәнов, Самат Әхмәҙуллин, Рузил Фәтхелбаяновтар бар.
Коллектив үҙенең берҙәм, тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһендә йылдан-йыл ҙур хеҙмәт уңыштарына өлгәшә. Әйтәйек, үткән йылда ҡаланы төҙөкләндереү, санитар таҙартыу йәһәтенән муниципаль килешеү буйынса 19 миллион 569 мең һумлыҡ, ҡала юлдарын ҡарау буйынса 8 миллион 30660 һумлыҡ эш башҡарылған. Ҡалған юлдарҙы ремонтлауҙан да ҙур ғына табыш ингән. Килешеү тигәндән, унда ҡаралған хеҙмәт төрҙәре шаҡтай киң – юлдарҙы, тротуарҙарҙы ремонтлайҙар, һыу ағыҙыу торбаларын тәртипкә килтерәләр, юл ситтәрендәге бордюрҙарҙы буяйҙар, юл билдәләрен яңырталар, юл тамғалары һалалар һәм башҡалар.
Ҡала менән килешеү нигеҙендә Өфө – Нефтекама юлындағы Иванай ауыл туҡталышында павильон төҙөп ҡуйғандар. Ауыл биләмәләре хакимиәттәре менән дә хеҙмәттәшлек итәләр. Улар менән килешеү нигеҙендә үткән йылда ун километр оҙонлоҡтан күберәк юл ремонтланған. Предприятиеның матди-техник базаһы ҡеүәтле. Уны йыл һайын яңы техника иҫәбенә тулыландырып торалар.
Йәнә бер мөһим эш участкаһы тураһында әйтергә кәрәк. 2012 йылда ҡалалағы “Дүртөйлө” тип исемләнгән ҡунаҡхана эшмәкәрлеген дә предприятиеға йөкмәткәндәр. Унда заманса ремонт эштәре башҡарылған. Ҡунаҡтарҙы ғәҙәти бүлмәләр генә түгел, люкс һәм ярымлюкс рәүешендәге бүлмәләр ҙә ҡаршылай. Ҡунаҡхана директоры Розалия Вәлиәхмәтова һәм администратор Сәлимә Минәжетдинова ҡала ҡунаҡтарының күңеленә хуш килерҙәй шарттар тыуҙырыу хәстәрлеген күрә.
“Коммунальник” предприятиеһының эшмәкәрлеге менән яҡындан танышҡас, был тырыш коллектив ысын-ысындан Дүртөйлө ҡалаһының йәшәйешенә йән өрә, тип әйтергә тулы нигеҙ бар.