Йәмғиәт
30 Августа 2019, 16:27

Эсеүен һаман туҡтатмағас...

Эшҡыуар үҙендә хеҙмәт итеүсене яндырған.

Фото: open.mk.ruФото: open.mk.ru
Фото: open.mk.ru
Мәскәү өлкәһендә хостел хужаһы иҫерткес эсемлектәр менән мауыҡҡан бер иргә ут төртә, һөҙөмтәлә ҡазаланыусы ауыр тән йәрәхәттәренән һәләк була.
Одинцово районының Перхушково ауылынан 23 йәшлек урындағы эшҡыуар йорттарҙың береһендә хостел ойоштора. Ул берәҙәктәргә, ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә йоҡларға бушлай урын тәҡдим итә. Яуап итеп, мохтаждар хужаға хеҙмәт итә: баҡсала тир түгәләр, йортон йыйыштыралар, башҡа ваҡ эштәрҙе башҡаралар.
Тик йүнсел уларҙың иҫерткес эсемлектәр ҡулланмауын үтенә, ундай ғәҙәте булғандарҙы өнәмәй. Күптәр ҡағиҙәне үтәргә тырыша. Әммә Липецк өлкәһенән килгән бер ир был тәртипте инҡар итә, йыш ҡына иҫерек йөрөй. Хостел хужаһы ҡәнәғәтһеҙлек белдерә, төрлө тәрбиә эше лә алып бара. Үкенескә ҡаршы, Тимур исемле әлеге ир барыбер тыңламай. Хужа уны йорттан ҡыуып сығара. Барырға урыны булмаған ир тағы ла хостелгә әйләнеп ҡайта, эшҡыуар уны йәнә ҡабул итә.
Әммә хостел хужаһының бер көн түҙеме бөтә. Тимурҙы тағы араҡы менән тотҡас, йортонан ҡыуа башлай. Тегенең тағы ла эсмәйем тип ант итеүен ишетеп ныҡ йәне көйгән хужа ҡулына бензин тулы канистраны ала ла эскесе ирҙе баштан аяҡ ҡойондора. Ҡағыҙҙы яндырып ҡурҡытырға итә, тик ул арала ел сығып, теге ирҙе ут ялмап ала.


Ҡурҡҡан ир урамға йүгереп ҡаса. Артынан хужа ла сығып, меҫкенде уттан ҡотҡара ла, машинаһына ултыртып, икенсе йортҡа алып барып ырғыта. Аҙаҡ ул медиктарҙы саҡырта, Тимурҙы дауаханаға оҙаталар. Тик тәне 85 процентҡа ҡәҙәр янған ир бер айҙан һуң йән бирә.
Ғәйепләнеүсе ғәйебен өлөшләтә таныған, суд ҡарары менән хостел хужаһы туғыҙ йыл ғүмерен төрмәлә үткәрәсәк.
Читайте нас