Был ваҡиғаны видеоға төшөрөп тә алғандар. Унан күренеүенсә, бер ир ҡатындарҙы кәмһетә, китмәһәгеҙ, тешегеҙҙе һуғып һындырам, тип ҡурҡыта. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда,үҙе ошо йортта йәшәй, ә ситтәргә был ихатаға инергә ярамай. Ирҙең һүҙҙәрен бер нисә күрше ҡатын да хуплап сыҡҡан.
Уйын майҙансығына балалары менән килгән әсәләр, ни эшләһен, низағлашып тормаған, башҡа ихатаға китергә мәжбүр булған.