Йәмғиәт
29 Августа 2019, 20:21

Тамаҡта… һөлөк!

Бала йыш сөскөрә, ҡан төкөрә башлағас...

Фото: AsiaWireФото: AsiaWire
Фото: AsiaWire
Ҡытай провинцияларының береһендә йәшәгән малайҙың тамағында аҙнанан ашыу һөлөк йәшәгән.
Бала йыш сөскөрә, ҡан төкөрә башлағас, ата-әсә уны табипҡа күрһәтмәксе була. Әммә ун көн үткәндән һуң ғына дауаханаға баралар. Урындағы белгестәр ярҙам итә алмағас, Гуйян ҡалаһына юл тоталар.
Бронхоскопия баланың трахеяһына һөлөк ҡаҙалғанын күрһәтә. Уны ҡыҫҡыстар ярҙамында алалар. Оҙонлоғо һигеҙ сантиметрға яҡын була.
Атай кешенең әйтеүенсә, һөлөктөң йәйге ял ваҡытында малай тау шишмәһенән һыу эскәндә эләккән булыуы ихтимал.
Читайте нас