Кисә Белорет районында Өфө – Инйәр – Белорет юлында бер-береһенә ҡаршы килгән “МАН” йөк машинаһы менән “Лада Гранта” бәрелешә. Һөҙөмтәлә ватан автомобиленең 27 йәшлек водителе һәм 23 йәшлек пассажиры төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.
Йөк машинаһына идара иткән 53 йәшлек Өфө кешеһенең яраһы юҡ. Эйе, ҙур машинала йөрөү водитель өсөн хәүефһеҙерәк булһа ла, улар еңел автомобилдәгеләр өсөн ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра. Ғәҙәттә, бындай аварияларҙың эҙемтәләре күпкә ҡурҡынысыраҡ. Фуралар күпләп йөрөгән трассаларҙа айырыуса һаҡ булырға кәрәклеген онотмайыҡ.
Республика Баш автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 29 августа юлдарҙа ете автомобиль аварияһы теркәлгән. Унда 10 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Фото: БР буйынса ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте.