Билдәле булыуынса, Земфира менән Рәдиф бөгөн туйҙар, байрамдар алып бара. Мәжлестәрен тап уларҙың алып барыуын теләгәндәр күп һәм улар сират алып ҡуя. Шундай байрамдарҙа ҡыҙыҡ хәлдәргә лә осрап тора йондоҙло ғаилә.
Был хаҡта Земфира Байбулдина "Бәйләнештә"ге төркөмөндә: “Кисә туйҙа миңә бер ханым килде лә, эй, беҙҙең ғаиләне яратыуы хаҡында һөйләне, – ти. – Тик аҙаҡҡы бер һүҙе үлтерҙе лә ҡуйҙы, рәхәтләнеп көлдөм. “Йәп-йәш Рәдифте үҙең кеүек ҡартайтып бөткәнһең”, – ти бит был. Шуға ла фотоларҙы матурлап, шырыш-мырыш биттәрҙе таҙартып ҡуйҙым әле. Шунда уҡ йәп-йәш булдыҡ”.
Матур ғаиләгә шунда уҡ бихисап комментарий яҙғандар. Мәҫәлән, Ноғоман Айгашкин: “Рәдиф ни өсөн матур күренә? Ҡатыны һәйбәт булған өсөн. Икегеҙ ҙә пар килгән, бәхетле булығыҙ!” – тигән.
Беҙ ҙә күркәм ғаиләгә тик бәхеттәр теләйбеҙ.