Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Август 2019, 11:37

Бесәйҙе яратыуы... операцияға илтә

Йәрәхәттә – үлемесле бактериялар, уның балала сепсис йәки менингит ҡуҙғытыуы ихтимал.

Фото: Chantelle Hudson
Фото: Chantelle Hudson
Бесәй балаһы йомшаҡ, уйынсаҡ ҡына түгел икәнлеген алты йәшлек Элис хәҙер яҡшы белә.
Бөйөк Британияла йәшәгән ҡыҙ Тигр ҡушаматлы бесәйе менән уйнарға ярата. Был юлы уйын саҡ фажиғәгә килтермәй: бесәй Элистың ҡулын бер нисә тапҡыр тешләй. Ҡыҙҙың ҡысҡырғанына әсәһе йүгереп килеп етә. Ул яраны крандан аҡҡан һыу аҫтында йыуа, антисептик менән йоғошһоҙландыра. Әммә кискә баланың ҡулы ныҡ ауырта, тешләнгән урын эренләй башлай.
Иртәгәһенә әсәһе уны дауаханаға илтә. Табиптар йәрәхәттә үлемесле бактериялар табылғанын, уның балала сепсис йәки менингит ҡуҙғытыуы ихтималлығын әйтә. Балаға наркоз аҫтында яраны санациялау талап ителә.
Кем уйлаһын бесәйҙең тешләүенән шундай бәлә сығырын? Операциянан һуң бик көслө антибиотиктар курсын үтергә тура килә.
Читайте нас в