Волгоград өлкәһендә теркәлгән аяныслы ваҡиғала бер йәшлек бала һәләк булған – уны эт тешләп үлтергән.
Шәхси йорттарҙың береһендә бәләкәй бала яңғыҙы ҡарауһыҙ тороп ҡала, янында уйнаған өлкән туғандары уға иғтибар итмәй. Һөҙөмтәлә сабый күршеләргә йүнәлә. Ҡапҡа төбөндә уны эт ҡаршылай һәм ҡапыл ташланып, үлтергәнсе талай...
Балаһының әсе итеп ҡысҡырғанына әсәһе йүгереп сыға. Ул улын эттән ҡотҡарып, тиҙ генә "Ашығыс ярҙам" саҡырта. Медиктар малайға ярҙам күрһәтергә тырыша, әммә бала дауаханаға барған юлда уҡ ауыр йәрәхәттәрҙән һәләк була.
Аяныслы хәл буйынса тикшереү бара. Этте “яҡын дуҫыбыҙ” тиһәк тә, һәр ваҡыт улай булмай икән...