Йәмғиәт
30 Август 2019, 19:40

Саҡ тереләй янмайҙар...

Раил кеүектәр күберәк булһын ине.

Фотолар һәм видео Инстаграмдан.Фотолар һәм видео Инстаграмдан.
Фотолар һәм видео Инстаграмдан.
Бөгөн киске алтыла Өфө – Ырымбур трассаһында, Локотки ауылы янында ҙур авария булған. Шул ергә светофор ҡуйылыуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер водителдәр уны инҡар итеүен дауам итә.


"Ниссан" автомобилендәге таксист та светофорҙың ҡыҙыл төҫөнә үтеп китмәксе була. Тик был ваҡытта юлға "Киа" килеп сығып өлгөрә. Бәрелеш бик ҡаты була. "Ниссан" уны юғары тиҙлек менән килеп бәрә һәм үҙе юл ситенә соҡорға оса. Ә бит машинала пассажирҙары ла – ирле-ҡатынлы һәм уларҙың 5-6 йәшлек ҡыҙҙары – була. Автомобиль шунда уҡ яна башлай.


Аварияның осраҡлы шаһиты – Раил исемле егет бәләгә тарығандарға шунда уҡ ярҙам итергә ашыға. Йәрәхәтләнгән кешеләрҙе тиҙ генә машинанан сығара. Шау-шыу араһында үҙенең автомобиле асҡысын юғалта хатта.


Иң мөһиме, “Ашығыс ярҙам” килгәндә бөтәһе лә иҫән була. Юл-транспорт фажиғәһендә шулай уҡ "Киа"ның водителе һәм пассажиры йәрәхәттәр ала. Уларҙы ла дауаханаға оҙаталар. Ә "Ниссан" тулыһынса янып бөтә...


Ошондай аварияларҙа ваҡыт минутлап түгел, секундлап һанала. Ҡайһы берәүҙәр ҡулына телефон алып видеоға төшөрә башлағанда, Раил кеүектәр күберәк булһын ине тип теләйек.
Читайте нас