Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Август 2019, 10:16

Тротуарҙа ташлап киткән

"Башҡа нимә эшләйем? Тәрбиәләргә мөмкинлегем юҡ..."

Фото: Нововятск.рф
Фото: Нововятск.рф
Киров ҡалаһында ике йәшлек сабыйын тротуарҙа ҡалдырып киткән әсәгә ҡарата енәйәт эше асылған. Был хаҡта Эске эштәр министрлығының төбәк идаралығы хәбәр итә.
Ҡатынды эҙләп тапҡандар. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, сабыйын тәрбиәләргә мөмкинлеге юҡ. Урамда ҡалдырылған баланы асфальтта ятҡан килеш тапҡан шаһиттар полицияға хәбәр иткән.
Әлеге ваҡытта сабый балалар йортонда, сәләмәтлек торошо ҡәнәғәтләнерлек.

Ғөмүмән, сабыйҙарҙы хәүефле хәлдә ҡалдырыу осраҡтары булып тора. Мәскәүҙә сауҙа үҙәгендә алты йәшлек баланы ташлап киткән әсә халыҡты аптырашта ҡалдырғайны. Әйтерһең дә, сабый – кәрәкмәгән иҫке әйбер: ялҡытһа, ташлап китергә лә була...
Читайте нас