Күпме әйтелһә лә, яҙылһа ла, бер үк тырмаға баҫыусылар, йәғни мут әҙәмдәрҙән алданыусылар осрап тора. Әлеге ваҡиға ла уларға һабаҡ булыр, бәлки.
Белореттан 62 йәшлек ҡатын телефондан бер һөйләшеүҙә 100 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға.
Уға үҙен банктың хәүефһеҙлек буйынса хеҙмәткәре тип танытҡан яғымлы тауышлы кеше шылтырата һәм яуыз уйлыларҙың уның иҫәбендәге аҡсаны сисергә маташыуҙары тураһында хәбәр итә. Һаҡланыу өсөн, аҡсаны икенсе банкка һалырға кәңәш итә.
Ҡатын ышана. “Яғымлы тауыш” терминалда операция башҡарыуҙың һәр аҙымын өйрәтеп тора. Күрһәтмәләр теүәл үтәлгәс, ҡыҙ бер аҙға һөйләшеүҙе өҙә. Пенсионерҙың аҡсаһы бүтән иҫәпкә күскәс кенә ул яңынан шылтырата һәм эште артабан нисек дауам итергә кәрәклеген әйтеп, өйрәтеп тора.
Кис тағы ла шылтыратырға вәғәҙә биргән ҡыҙ өндәшмәгәс, ҡатынға шик төшә һәм ул хоҡуҡ һаҡлаусыларға мөрәжәғәт итә. Әле полицейскийҙар бурҙарҙы эҙләй.