“Лиза Алерт. Башҡортостан” ирекмән төркөмдәрендә хәбәр ителеүенсә, Дүртөйлө районында юғалған бер йәшлек малайҙың үле кәүҙәһе табылған...
Әлегә аныҡ мәғлүмәттәр хәбәр ителмәй.
Билдәле булыуынса, кисә ҡот осҡос хәбәр таралғайны: Тимурҙың әсәһе полицияға баланың үлемендә ғәйепле булыуын әйткән. Ҡатын һөйләүенсә, ул төнгө сәғәт икелә улын күк пледҡа төргән дә... яланға сығарып ташлаған. Полиция хеҙмәткәрҙәре был турала белеп ҡалыу менән яланға бара, тик унда баланы тапмайҙар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, малай 29 август үҙенең өйөнән, йоҡлап ятҡан еренән юҡ булғайны. Бер йәшлек Тимурҙың ғәйеп булыуы тураһында полицияға әсә кеше үҙе ғариза бирә. Баланы ауылдаштары, полиция, ирекмәндәр – 100-ҙән ашыу битараф булмаған кеше эҙләне.
Һаман башҡа һыйып бөтмәй. Интернет комментарийҙар менән тулды. Күптәр баланы әсәһе үлтереп ташлағандыр тигән фекерҙә.