Йәмғиәт
1 Сентября 2019, 15:06

Ҡатынды әрәм иткән, мопедҡа юл бирмәгән...

Йәйҙең һуңғы көнө – ғүмерҙәренең һуңғы көнө...

Фото: ufa1.ruФото: ufa1.ru
Фото: ufa1.ru
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юлдарҙағы фажиғәләр хаҡында көн һайын тиерлек ишетеп торабыҙ. Кисә, йәйҙең һуңғы көнөндә, Башҡортостан юлдарында өс кешенең ғүмере өҙөлгән.


Бер аварияла водитель 40 йәшлек ҡатынды бәрҙереп үлтергән, икенсеһендә автомобиль мопедҡа юл бирмәгән, хәл фажиғәле тамамланған.


ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, Стәрлетамаҡтың Элеватор урамында 18 йәшлек егет ВАЗ-2109 автомобилендә ҡатынды тапатҡан. Ул юл аша тейешле булмаған урындан сығып барған булған. Әле ҡатындың кем икәнлеге асыҡлана.


Өфөлә иһә 32 йәшлек водитель KIA Carens автомобилендә ҡаршыға мопедта килгән 33 йәшлек иргә һуғылған, һуңғыһы ауыр тән йәрәхәттәренән дауаханала үлгән.


Ишембай районында иһә сит ил автомобиле ҡаршыға килгән ике машинаға бәрелгән, бер кеше һәләк булған. ЮХХДИ хәбәр итеүенсә, кисә республикала туғыҙ юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.


Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғәләрҙең төп сәбәбе булып ҡабаланыу, ҙур тиҙлек һәм юл ҡағиҙәләрен инҡар итеү ҡала. Рулдәге кеше үҙе генә түгел, юл хәрәкәтендә ҡатнашҡан башҡалар өсөн дә яуаплы икәнлеген онотмаһын ине.
Читайте нас