Йәмғиәт
1 Сентября 2019, 13:03

"Баламды өйҙә табам, табиптарға йөрөмәйем!"

"Элек баҫыуҙа эшләп йөрөгәндә бәпәйләгәндәр әле"... Йәш әсәнең был ҡылығы нимәгә илткән?

Фото: "Бәйләнештә".Фото: "Бәйләнештә".
Фото: "Бәйләнештә".
Һуңғы йылдарҙың модаһы тураһында ишеттегеҙме әле? Баланы өйҙә, яңғыҙың табаһың да табиптарға күрһәтеп тә тормайһың. Имеш, бынан йөҙ йыл элек ҡатын-ҡыҙ баҫыуҙа эшләп йөрөгәндә бәпәйләгән дә, әҙерәк хәл йыйып алғас, артабан бесән сабырға киткән...


Хәҙер "тәбиғилек" модаға ингәс, ҡайһы берәүҙәр быны бала тапҡанда ла ҡуллана башлаған.


Сочи ҡалаһында йәшәгән бер ҡатын да балаһын өйҙә, ваннаһында табырға ҡарар итә. Йәнәһе, табиптар уға ла, балаға ла зыян килтерәсәк. Ваҡыты еткәс, сабый донъяға килә. Йәш әсә уны табиптарға күрһәтмәй. Баланың хәле насарая башлағас та ул "тәбиғи процесҡа" медицинаны ҡыҫылдырмаҫҡа була. Тағы бер нисә көн үткәс, бәпәйҙең хәле бөтөнләй хөртәйә. Йәш ата-әсә уны дауаханаға алып барырға мәжбүр була ла бит, тик һуң була.


Аҙаҡ экспертиза яһағас, уның мейеһенә ҡан һауыуы һәм эске органдарының дистрофияһы сәбәпле үлеүе асыҡлана.


Шунан, был аҙымы менән кемгә нимә дәлилләй шундай әсәләр? Сабыйҙың ни ғәйебе?
Читайте нас