Йәмғиәт
1 Сентября 2019, 00:00

Баланы сит кеше менән ҡалдырып...

Хәҙер 24 йәшлек ҡәбәхәт 20 йыл төрмәлә ултырасаҡ.

Фото: tse4.mm.bing.netФото: tse4.mm.bing.net
Фото: tse4.mm.bing.net
Мәскәү өлкәһендәге дачаларҙың береһендә биш йәшлек ҡыҙ педофил ҡорбаны булған. Яуыз ниәтле ир, ата-әсәһенең өйҙә булмауынан файҙаланып, яҡлауһыҙ баланы енси бәйләнешкә инергә саҡыра.


Светлана биш йәшлек ҡыҙы, һөйәре һәм уның 24 йәшлек туғаны менән баҡсаға ял итергә килә. Юлда әсә кеше реклама шитында аквапаркка саҡырыуҙы күреп, хаҡын белешергә тип һөйәре менән шунда йыйына. Ә 24 йәшлек Игорь өйҙә бала янында ҡала.


Ял итеп ҡайтҡас, биш йәшлек ҡыҙ баҡсала булған аяныслы хәл тураһында әсәһенә һөйләй. "Игорь беҙ булмаған саҡта кескәй баламды енси мөнәсәбәткә инергә өндәгән. Полицияға мөрәжәғәт итергә тәүҙә ҡурҡтым. Аҙаҡ ирем менән Игорҙы саҡырып һөйләшеү үткәреп, полиграф үтергә ҡуштыҡ, һөҙөмтәлә ҡыҙымдың алдамауы асыҡланды", – тип белдергән полиция хеҙмәткәрҙәренә әсә кеше.


Игорь ғәйебен танымағас, Светлана полицияға мөрәжәғәт итә. Бөгөн һөйәренең бөтә туғандары ла Светлана менән мөнәсәбәтте өҙгән. Ә 24 йәшлек ҡәбәхәт суд ҡарары менән 20 йылға төрмәгә ултыртылған.
Читайте нас