Йәмғиәт
1 Сентября 2019, 14:22

Беҙҙең министр ярҙамға ташланған

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы саҡта бындай сараларҙа көтөлмәгән хәлдәр ҙә була. Бөгөн дә шулай...

Фото: ufa1.ruФото: ufa1.ru
Фото: ufa1.ru
Бөгөн Өфөлә халыҡ-ара марафон уҙғаны мәғлүм. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы саҡта бындай сараларҙа көтөлмәгән хәлдәр ҙә була.
Шулай, бер оло йәштәге ир, йүгереп килгәс, дистанциянан сығыу менән ергә йығылған, ул үҙен бик насар тойған. Үҙен тиҙ арала кешеләр уратып алған. Ул ғына түгел, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин да ярҙамға ташланған, ул ирҙең йөрәгенә тура булмаған массаж яһаған.
Иҫен юғалтҡан ир 7552 һаны аҫтында йүгергән, әле уның шәхесе асыҡлана. Мәғлүм буйынса, 60 йәштәр тирәһендәге уҙаман Стәрлетамаҡтан килгән булырға тейеш. “Ашығыс ярҙам” машинаһында уны дауаханаға оҙатҡандар.
Читайте нас