Йәмғиәт
1 Сентября 2019, 16:51

"Бейеүсе торналар" ҡасан ҡанат ҡағыр?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров баш ҡаланың парк зоналарын реконструкциялау барышы менән танышты.

Фотолар: glavarb.ruФотолар: glavarb.ru
Фотолар: glavarb.ru
Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров баш ҡаланың парк зоналарын реконструкциялау барышы менән танышты.


Калинин районында ул “Беренсе Май” мәҙәниәт һәм ял паркында булды. 11 гектар майҙанды биләгән парк ике этапта тәртипкә килтереләсәк. Тәүгеһендә быуа таҙартыласаҡ һәм тәрәнәйтеләсәк, йәйәүлеләргә, велосипедта йөрөүселәргә уңайлы юлдар һалынасаҡ, биләмә йәшелләндереләсәк, яҡтылыҡ сығанаҡтары киңәйәсәк. Һыу янында амфитеатр, концерт майҙансығы барлыҡҡа киләсәк.
Икенсе этапта спорт-күңел асыу мөмкинлектәре булдырыласаҡ. Һүҙ уйын комплекстары, заманса хоккей ҡабы, каруселдәр, скейт-парк һ.б. хаҡында бара.
Был паркты урындағы халыҡ бик ярата. Калинин районы хакимиәте башлығы Сергей Кожевников әйтеүенсә, уларҙа 208 мең кеше йәшәй. Парк эргәһендә генә ЗАГС бүлеге урынлашҡанға күрә, бында Өйләнеүселәр аллеяһын булдырыу ҙа күҙаллана.
Республика етәксеһе реконструкцияны тамамлау ваҡыты менән ҡыҙыҡһынды. Тулыһынса яңыртылған парк 2020 йылда әҙер булыр тип көтөлә.
Радий Хәбиров урындағы декоратив һәм биҙәү материалдары, балалар майҙансыҡтары эшләүселәр менән бәйләнештәрҙе нығытырға кәңәш бирҙе, сөнки үҙебеҙҙә лә баҙар шарттарында көнәркәш булырлыҡ сифатлы тауарҙар етештереүселәр бихисап.
– Киләһе йылдан республика етештереүселәренә йүнәлеш тотоғоҙ, – тине Радий Фәрит улы.
Орджоникидзе районында республика етәксеһе “Имәндәр”скверын барып күрҙе. Көҙ унда баш ҡаланың визит карточкаһы булған “Бейеүсе торналар” фонтаны ҡабаттан асыласаҡ. Бында шулай уҡ сифатлы юлдар, ултырып ял итеү, туҡланыу урындары булдырыласаҡ, сквер бәләкәй архитектура өлгөләре менән биҙәләсәк. Ошо урынға исем биргән ағастар ҙа һаҡланасаҡ.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров парктарҙағы хәүефһеҙлек мәсьәләләренә лә иғтибар итергә саҡырҙы.
Читайте нас