Йәмғиәт
1 Сентября 2019, 13:24

Луизаны күпкә артта ҡалдырғандар

Салауат ҡалаһы кассирыныҡына оҡшаш "батырлыҡ" күрһәтеп...

Фото: 56nv.ruФото: 56nv.ru
Фото: 56nv.ru
Бөгөн банктан күп күләмдә аҡса урлағандар, карта иҫәбенән аҡса сәлдергәндәр тигән хәбәргә күнегеп тә барабыҙ шикелле. Луизаның "батырлығы"н һаман булһа ҡабатлаусылар табылып тора.


Был юлы мәскәүҙәр, Салауат кассирын күпкә артта ҡалдырып, тәүге исемлеккә инде, күрәһең. Ҡаланың финанс-кредит ойошмаларының береһенә, пистолетҡа оҡшаған әйбер менән ҡурҡытып, өс уғры ҙур күләмдә аҡса сәлдергән.


"Киске алтынсы яртыларҙа билдәһеҙ өс ирҙең Братиславский урамында урынлашҡан финанс-кредит ойошмаһына баҫып инеп аҡса урлауы тураһында хәбәр килде", – тип белдерә "РИА Новости" мәғлүмәт агентлығы.


Валюта алмаштырыу пунктында уғрылар 140 миллион һумға яҡын аҡса эләктерә, “геройҙар”ҙың исеме әлегә билдәһеҙ. Әлбиттә, табылырҙар.
Читайте нас