Йәмғиәт
1 Сентябрь 2019, 11:22

Өс меңгә... диңгеҙгә!

Көҙ етһә, авиабилеттар арзаная башлай. Өфөнән ҡайһы ҡалаларға осоу арзан?

Фото:News102Фото:News102
Фото:News102
Көҙ етһә, авиабилеттар арзаная башлай. Өфөнән ҡайһы ҡалаларға осоу арзан?


Мәҫәлән, Мәскәүгә 3100 һумға осоп барып етеп була. ”Победа” компанияһының шундай тәҡдимдәре бар. Октябрҙә Өфөнән Сочиға 5900 һумға билет һатып алырға мөмкин. Әгәр Дондағы Ростов ҡалаһында туҡталырға ҡаршы булмаһағыҙ, юл хаҡын ике тапҡырға арзанайта алаһығыҙ. ”Азимут” компанияһы өс меңгә билеттар тәҡдим итә.


Санкт-Петербургҡа осоу ныҡ арзанайҙы хәҙер. Октябрь уртаһынан тура рейс 3600 һум ғына торасаҡ. Күрше Һамарға осоу хаҡтары бөтөнләй «тешләшмәй», билет хаҡы - 1500 һум. Сәйәхәтегеҙ арзанға төшөр. Өфөнән Ҡазанға осоу бер аҙ ҡиммәтерәк - 4000 һум.


Ә бына Екатеринбургҡа 3300 һумға барып етә алаһығыҙ. Сит ил йүнәлештәренән иң арзаны-Австрия баш ҡалаһы Вена.
Читайте нас