Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Сентябрь 2019, 13:00

Кескәй экстрасенс

Был ғәжәп хәл 2014 йылда Францияның көньяғында була. Берже ғаиләһе бәпәй көтә. Хужабикәнең ауыры дүрт аҙналыҡ ваҡытта әле мәктәпкә лә төшмәгән улы әсәһен аптырата.

Был ғәжәп хәл 2014 йылда Францияның көньяғында була. Берже ғаиләһе бәпәй көтә. Хужабикәнең ауыры дүрт аҙналыҡ ваҡытта әле мәктәпкә лә төшмәгән улы әсәһен аптырата.


Ул ике бәпес тыуасағын әйтә. Дүрт ай һуҙымында Аннет УЗИ-ға бармай. Ә кескәй малай туғандары тыуғас, уларҙы кейендеререгә ярҙам итәсәге, уйындар өйрәтәсәге хаҡында һөйләй.


Ауырлы булыуының бишенсе айында ҡатын УЗИ-ға бара һәм табиптан ысынлап ике сабый үҫешеүен ишетеп, ғәжәпкә ҡала.


Ваҡыты еткәс, донъяға ике ҡыҙ бала ауаз һала. Улар һау-сәләмәт булып тыуа. Малайҙың алдан күрәҙәлек ҡылыуына ата-әсәһе генә түгел, дуҫтары, туғандары әле һаман аптырай.


Фото: yandex.uz
Читайте нас