Рәсәйҙә сүп-сар йыйыу һәм эшкәртеү яңы шөғөл булып тора, ә һәр яңы эштә ҡыйынлыҡтар байтаҡ. “Сүп-сар реформаһы” юлындағы бөгөнгө ауырлыҡтар нимәнән ғибәрәт һәм уларҙы нисек хәл итергә? “Йәмәғәтселек электрогазетаһы” үткәргән конференция ошо һорауҙарға яуап табыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Был турала интернеттағы сайтыбыҙҙа хәбәр ителгәйне инде.
25 – 30 мең контейнер кәрәк
Журналистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, эксперттар алдында республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Нияз Фазылов, “Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты”ның Башҡортостандағы төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин, Башҡортостандың Экологтар союзы рәйесе Александр Веселов, эколог Денис Насиров, республика Прокуратураһының иҡтисад өлкәһендәге ҡануниәтте күҙәтеү бүлеге етәксеһе Динар Фәрхетдинов һәм башҡалар сығыш яһаны. Һорауҙар шулай уҡ социаль селтәр буйынса ла килде, сөнки был сара бер юлы интернетта видеоконференция рәүешендә лә барҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйған һәм ташыған өсөн быйыл 1 ғинуарҙан һәр ауылдағы һәр йорт түләй башланы. Күрһәтелгән хеҙмәт өсөн түләү мотлаҡ, был эштә ғаиләнең ризалығы талап ителмәй. Түләүҙән баш тартыусылар менән суд приставтары шөғөлләнәсәк. Дөрөҫ, ошо хеҙмәтләндереүгә быйыл ғына индерелгән йорт хужалыҡтарына түләү квитанциялары шунда уҡ килә башламаны, был тотҡарлыҡ төбәк операторҙарында халыҡтан шәхси мәғлүмәттәрҙең (йорт милексеһе кем, унда нисә кеше теркәлгән һәм башҡалар) булмауы менән аңлатыла.
– “Сүп-сар реформаһы” буйынса төп эш һәм төп яуаплылыҡ һеҙгә йөкмәтелә, шуға һорауҙар ҙа күберәк һеҙҙең учреждениеға ҡарата булыр, моғайын, – сараның модераторы Артем Вәлиевтең был һүҙҙәре тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫарына тәғәйенләнгәйне һәм ғәмәлдә шулай булып сыҡты ла.
– Мин шәхсән “Сүп-сар реформаһы” тигән төшөнсәне ҡабул итмәйем, сөнки реформа ул электән килгән тармаҡты йәки йүнәлеште үҙгәртеүҙе күҙ уңында тота, ә был – барыбыҙ өсөн дә бөтөнләй яңы эш, – тине Нияз Мансур улы. – Уны тормошҡа ашырыу өсөн 800 миллион һум бүленгән, шуның 500 миллион һум самаһы контейнерҙар һатып алыуға, 200 миллионы – сүп-сар йыйыу майҙансыҡтарын йыһазландырыуға һәм 100 миллион һумы сүпте сортҡа айырыу комплекстарын проектлауға тотонола. Был – бик ҙур күләмдәге инвестиция. Бөтәһе лә беҙ көткәнсә, йәғни тейешле кимәлдә эшләп алып китте тип булмай әлегә. Ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу буйынса 14 комплекстың бер нисәүһе, рентабелле эшләү мөмкинлеге булмағанлыҡтан, быйыл файҙаланыуға тапшырыла алмаясаҡ. 25 – 30 мең тирәһе контейнер талап ителә, уларын да тотош республика буйлап бер көн эсендә урынлаштырып сығыу мөмкин түгел.
Сәбәбе билдәле: контроль юҡ...
Министр урынбаҫары әйтеүенсә, аҙна һайын республикала 30 мең тонна тирәһе ҡалдыҡ сығарыла. Был күләмдең яртыһынан ашыуы сортҡа айырыу өсөн ебәрелә. Тармаҡта 430-450 берәмек техника эшләй, әммә уларҙың 80 проценты иҫкергән. Сүп-сар ташыу буйынса хеҙмәтләндереүҙе сифатлы итеп башҡарыу өсөн техниканың да заманса булыуы мотлаҡ, шул саҡта ғына ул арта барған ҡалдыҡты сығарып һәм тығыҙлап өлгөрөүгә һәләтле буласаҡ. “Ҡалдыҡтарҙы эшкәрткән предприятиелар төҙөү өсөн төбәк операторҙары һәм ошо өлкәлә шөғөлләнгән йүнселдәр үҙҙәре лә аҡса эҙләү сараһын күрергә тейеш”, – тине Нияз Фазылов.
Ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса ла маҡсатҡа йүнәлешле эш алып барыла. Нияз Фазыловтың сығышынан күренеүенсә, ошондай тәғәйенләнешле предприятиеларҙың береһе Өфө районында төҙөләсәк. Уның проекты тиҙҙән республика етәксеһе Радий Хәбиров Хөкүмәт ултырыштарында даими үткәреп килгән “инвестиция сәғәттәре”нең береһендә ҡараласаҡ.
Александр Веселов раҫлағанса, сүп-сарҙы сортҡа айырып йыйыу яҡын киләсәктә яйға һалына алмаясаҡ, сөнки уны ҡайҙалыр файҙаланып булған сеймал итеп эшкәртерлек инфраструктура әлегә юҡ. “Республикала, мәҫәлән, автомобиль шиналарын эшкәртеү менән ике предприятие шөғөлләнә, әммә улар отошло эшләп алып китә алмай, сөнки сеймал етешмәй, – тине Экологтар союзы рәйесе. – Ә бит, бер ҡараһаң, ундай шиналар ҡайҙа ғына өйөлөп ятмай, етмәһә, уларҙы сүплеккә ташлау рәсми тыйылған. Сәбәбе билдәле: тейешле контроль юҡ, транспорт ойошмалары дәртләндерелмәй”.
Төбәк операторҙары ташыусылар һәм компаниялар менән даими иҫәп-хисап яһап тороу өсөн аҡса еткерә алмай. Бөгөн ошо тармаҡтағы инвестиция программалары тураһында һөйләү иртәрәк. Шуға күрә, Александр Веселов әйтеүенсә, киләсәктә сүп сығарған өсөн йорт хужалыҡтарынан түләүҙе арттырыу маҡсатҡа ярашлы, әлегә ул Рәсәйҙә иң аҙы булып ҡала – ҡала ерендә йән башына 70-әр, ауылда 35-әр һум тура килә.
Бындай инфраструктураны мөмкин тиклем тиҙерәк булдырыу зарурлығы менән министр урынбаҫары Нияз Фазылов та килеште. Октябрьский ҡалаһында, мәҫәлән, бындай технологияны файҙаланыуға индереү өҫтөндә әүҙем эшләйҙәр.
Әйткәндәй, Октябрьский Рәсәйҙең сүп-сарҙы айырып йыйыу буйынса уңайлы булған ҡалалары исемлегендә дүртенсе булып тора. Былтыр “Гринпис” ойошмаһы белгестәре ошо эшмәкәрлектең сифатын илебеҙҙең халҡы 100 меңдән ашҡан 160 ҡалаһы буйынса тикшергәйне. Беренсе урынды улар Мәскәү өлкәһенең Мытищи, икенсене – Татарстандың Әлмәт, өсөнсө урынды Волгоград өлкәһендәге Волжск ҡалаһына биргәйне.
Азат Мансур улы шулай уҡ сүп яндырыу заводтарын да булдырыу яҡлы. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәре бындай проектты тормошҡа ашырыуға тотонған да инде – тейешле эҙләнеү һәм экспертизалар үткәрелә. “Бындай объекттарға инвестиция күләме миллиардтарса һум тәшкил итә, шул уҡ ваҡытта сүп-сарҙы яндырыу хаҡы ла байтаҡ юғары. Халыҡ өсөн дә был өҫтәмә сығым булырын аңлайбыҙ. Бындай заводтар электр энергияһы етештерергә һәләтле, әммә энергияға бөгөнгө хаҡтар уларға отошло эшләргә бирмәйәсәк. Шул уҡ ваҡытта был йүнәлеш рөхсәтһеҙ ҡый өйөмдәрен юҡҡа сығарырға ла ныҡ ярҙам итер ине”, – тине министр урынбаҫары.
Үҙ ҡалдыҡтарыбыҙҙы үҙебеҙ йыйыу (махсус хеҙмәт яллау), ташыу һәм эшкәртеүҙе яйға һалыуҙы заман беҙҙән күптән талап итә һәм, ниһайәт, уны тормошҡа ашыра башланыҡ. Уныһы бәхәс тыуҙырмай. Әммә беҙ уға әҙер инекме, һәм әле лә тулы кимәлдә ҡушылдыҡ тип әйтеп буламы? Сүп ташыған махсус машиналар етерлекме, улар яҙғы-көҙгө бысраҡта төпкөл ауылдарға барып етә алырмы, урындағы властың заманса контейнер майҙансыҡтарын йыһазландырырға хәленән килерме, ҡалдыҡтарҙы эшкәртерлек заводтар ни өсөн аҙ һәм улар ҡырҡа артҡан сүп-сар ағымын эшкәртергә һәләтлеме, хеҙмәтләндергән өсөн түләү ғаилә бюджетына артыҡ йөк булып ятмаҫмы? Был һорауҙар ошо реформаға әҙерлек барышында күп тапҡыр бирелде.
Башҡортостан – “Экология” милли проектына индерелгән төбәктәр иҫәбендә. Ошо проект нигеҙендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү объекттарын төҙөү һәм ҡалаларҙағы сүп өйөмдәрен юҡҡа сығарыу планлаштырыла.
Республикалағы ошондай һигеҙ объект “Таҙа ил” проектына индерелгән. Финанслауҙың ике проценты – республика, 98 проценты федераль ҡаҙна иҫәбенә башҡарыласаҡ. Күсмә осорҙа, йәғни 2019-2020 йылдарҙа ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу эшенең уңышлы барасағы беҙҙә шик тыуҙырмай. Полигондар етерлек, бынан тыш 15 полигон запаста тотоласаҡ.
Конференция барышында “Йәмәғәтселек электрогазетаһы” Өфө ҡалаһы буйлап йөрөгәндә төшөрөлгән видеоматериалдарҙы ла күрһәтте: Владивосток һәм 8 Март урамдарында сүп өйөмдәре шәхси йорттар эргәһендә үк хасил булған, бер ниндәй контейнер ҙа юҡ, хатта һүтеп алынған ҡаралтыларҙан ҡалған иҫке төҙөлөш материалдары ла йылдар буйы өйөлөп ята. Ә бер сюжет сарала ҡатнашыусыларҙы таң ҡалдырҙы: махсус һаҡланған тәбиғәт мөйөшө тип иғлан ителгән Непейцов дендропаркының уртаһында ...ҙур сүп-сар өйөмө! Парктың ҡайһы бер һуҡмаҡтары ла сүпкә күмелгән.
Шуныһы бәхәсһеҙ тип уйларға кәрәк: был осраҡта экологтарҙың бурысы – тирә-яҡ мөхиттең бөгөнгө хәле һәм ниндәй саралар күрелеүе тураһында халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәт еткереү. Әлеге реформаға әҙерлек тулы кимәлдә барҙы тип әйтергә мөмкин: министрлыҡ халыҡ араһында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсеү буйынса аңлатыу эше ойошторҙо, күп урындарҙа ошо мәсьәләгә ҡағылышлы йыйындар үткәрелде.
“Сүп-сар реформаһы” бөтә ил буйынса бара. Әйткәндәй, Рәсәйҙәге мегаполистарҙа, “Таҙа ил” ассоциацияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һәр кешегә йылына 400-500 килограмм көнкүреш ҡалдығы тура килә икән. Тимәк, был тармаҡтағы предприятиеларҙы ҙур күләмле эш көтә. Ул ҡыйынлыҡтар менән бара, ләкин барыбер бара, халыҡ – сүп-сар йыйыуҙың цивилизациялы тәртибенә, ә төбәк операторҙары тейешенсә эшләргә өйрәнгәнсе, бер нисә йыл үтәсәк әле” – конференциялағы сығыштарҙан ошондай һығымта яһарға мөмкин. Был тармаҡта һорауҙар күп һәм уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләү, эш барышында һынап ҡарау дауам итә, ләкин был эштә муниципалитеттар һәм төбәк операторҙары ғына түгел, йәмәғәтселек тә әүҙем ҡатнашырға тейеш.