Индонезияның Сулавеси утрауынан Алди Новел исемле малай ярҙан 125 километр алыҫлыҡта йөҙмәле балыҡсы хижинаһында эшләгән. Уға лампаның төнө буйы янып тороуын күҙәтеү йөкмәтелгән, был балыҡтарҙы йәлеп итеү өсөн кәрәк икән. Аҙна һайын уға балыҡ алырға килеп торғандар, алмашҡа ризыҡ һәм һыу ҡалдырғандар.
Июль уртаһындараҡ ҡаты шторм сыҡҡан һәм хижина якорҙан ысҡынған. Ул 49 көн асыҡ океанда йөҙгән, ашарына бөткән, үҙе тотҡан балыҡ менән генә туҡланған, йылыныу өсөн хижинаның таҡталарын аҡтарып яҡҡан. Малай диңгеҙ һыуын эсергә мәжбүр булған, тоҙон кәметеү өсөн уны кейеме аша үткәргән.
Уны Панама флагы менән килгән судно ҡотҡара. Был көндө лә шторм була һәм карап хижинаға яҡын килә алмай ыҙалана. Ахырҙа уға арҡан ташлайҙар, уныһы хижинаға барып етмәй, шуға күрә Алди тулҡындары ҡоторған һыуға ырғый, арҡанды эләктерә, хәлһеҙләнгән малай уны саҡ ҡулынан ысҡындырмай, әммә моряктар өҫкә һөйрәп мендерә ала. Тәүҙә уны Японияла ҡалдырып китәләр, артабан өйөнә оҙаталар.
– Үлеремә инанғайным инде, – ти малай. – Бер нисә тапҡыр һыуға ташланып үлергә лә ынтылдым, тик ата-әсәйемде йәлләп кире уйланым.