Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Сентябрь 2019, 14:14

Алинаның арҡаһын айыу йыртҡан...

Алина алдында кем торғанын “уғры” боролоп, ике аяғына баҫҡас ҡына аңлаған...

Фото: life.ru
Фото: life.ru
Алина алдында кем торғанын “уғры” боролоп, ике аяғына баҫҡас ҡына аңлаған...

Арылах тип аталған ауыл Яҡут Республикаһында урынлашҡан. 28 йәшлек Алина исемле ҡатын урындағы ауыл хужалығы предприятиеһында һаҡсы булып эшләй. 1 сентябрҙә, төнгө сменаға эшкә килгәс, ул склад бинаһында шау-шыу ишеткән. Һаҡсы эштең нимәлә икәнлеген тикшерергә ниәтләп, тыуыш урынына яҡынлаған.
– Кем бар бында? – тип ҡысҡырғас, “ҡараҡ” ҡаса башлаған. Ҡыйыу ҡатын – уның артынан.

Шул саҡ ҡараңғылыҡты йырып ҡасҡан уғры туҡтаған да... ике аяғына баҫҡан. Алина алдында ҙур айыу торғанын күреп өлгөргән, мәгәр һуң булған: йыртҡыс хәҙер ҡатынды баҫтыра башлаған. Ҡатын ҡасып киткәнсе, айыу уның арҡаһын яралап өлгөргән. Ярҙамға иһә ул бер склад бинаһына инеп бикләнгәс кенә саҡыра алған.
Хәйер, хәл күпкә аяныслы тамамланыр ине. Алина әйтеүенсә, бәхетенә күрә, яҡында ғына мотоцикл геүләгәне ишетелгән. Шул йыртҡысты ҡурҡытҡан да.
Читайте нас: