Кукуруз яланына самолетты ултыртып, тиҫтәләрсә кеше ғүмерен ҡотҡарған Рәсәй Геройы 4 сентябрҙән ҡабат оса башлаясаҡ. Был хаҡта “Урал авиалиниялары” компанияһының етәксеһе Сергей Скуратов белдергән.
Авариянан һуң, тикшереү эштәре тамамланғансы, экипаж осоштарҙан ситләтелгәйне. Бына, ниһайәт, данлыҡлы Дамир Йосоповтың эшкә ҡабаттан сығыуы мәғлүм булды. Экипаждың башҡа ағзаларының осоштарҙа ҡасан ҡатнаша башлары әлегә билдәһеҙ. Унан тыш, Дамир Йосоповҡа ниндәй рейс эләгеүе лә билдәләнмәгән.
Мәғлүм булыуынса, 15 августа Жуковский ҡалаһы эргәһендә аэропорттан күтәрелгән самолеттың двигателдәренә ҡоштар эләгеп, ул эшлектән сыҡҡайны, пилоттар мөғжизәгә тиң ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, тулы баклы Airbus A321 самолетын кукуруз яланына ултыртҡайны.
Рәсәй Президенты ике пилотҡа ла Рәсәй Геройы исемен бирҙе, ҡалған экипаж ағзалары Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнде.