Йәмғиәт
3 Сентября 2019, 09:07

“Эшләйбеҙ-эшләйбеҙ, ә һөҙөмтәлә...”

Радий Фәрит улы янғындарҙа кешеләрҙең үлем осраҡтарын кәметеү өсөн тағы ниндәй ҙә булһа саралар уйлап табырға тәҡдим итте.

Фото: by.utro.newsФото: by.utro.news
Фото: by.utro.news
Уҙған аҙнала республикала 201 янғын теркәлгән, уларҙа 61 кеше ҡотҡарылған. Бәхеткә, үлем осраҡтары юҡ. Был турала Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.

Радий Хәбиров белдереүенсә, ағымдағы йылдың ете айында Башҡортостанда дөйөм үлем осраҡтары кәмегән.

– Беҙ дөйөм тырышлыҡ менән мең ярым самаһы кешене ҡотҡарҙыҡ. Был – юл-транспорт фажиғәләре, суицидтар, сирҙәр һәм алкоголь менән ағыуланыуҙар. Барлыҡ күрһәткестәр буйынса ла кәмеү күҙәтелә. Тик миңә янғындар менән хәл оҡшамай, беҙ уны еңә алманыҡ. Мәғлүмәттәр буйынса, быйыл янғындарҙа былтырғы менән сағыштырғанда, күберәк кешеләр һәләк булған. Был турала уйланырға тейешбеҙ. Һеҙҙең комитет һәм беҙ бөтәбеҙ ҙә иҫкәртеү өсөн саралар күрәбеҙ, тик улар ғына етмәй, – тине төбәк етәксеһе.

Радий Фәрит улы ныҡлап уйланырға һәм янғындарҙа кешеләрҙең үлем осраҡтарын кәметеү өсөн тағы ниндәй ҙә булһа саралар уйлап табырға тәҡдим итте.

– Беҙ көрәшәбеҙ, һәр осраҡты тикшерәбеҙ. Бәлки, күберәк янғындар булған биләмәләрҙе асыҡларға кәрәктер? Янғындар мине ныҡ борсой. Эшләйбеҙ-эшләйбеҙ, ә һөҙөмтәлә кешеләр күберәк үлә. Һәр ваҡиға ҡурҡыныс китаптағы кеүек, – тине Радий Фәрит улы.
Читайте нас