Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Сентябрь 2019, 23:56

Фатирҙы талап, шунда төн үткәреп...

Дәүләкән һәм Әлшәй кешеләре булып сыға улар.

Фото: sq.com.ua
Фото: sq.com.ua
Өфө ҡалаһынан 53 йәшлек ҡатын бер нисә көн өйөндә булмай, ул йомошо менән ҡырға сығып китә. Әммә аҙаҡ ҡалаға әйләнеп ҡайтҡас, фатирынан ювелир әйберҙәренең, ҡиммәтле кейемдәренең юғалғанын күрә.
Дөйөм зыян күләме 80 мең һумдан ашып китә. Ҡатын шул уҡ көндә хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә.
Полиция хеҙмәткәрҙәренең һөҙөмтәле эшләүе арҡаһында енәйәтселәр ҡулға алынған. Уғрыларҙың Дәүләкән районынан элек төрмәлә ултырып сыҡҡан 23 йәшлек бер егет менән Әлшәйҙән 31 йәшлек ҡатын булыуы асыҡланған.
Бурҙар хужабикәнең өйҙә түгеллеген белеп, тәҙрә аша фатирға инә, өйҙө пыран-зыран килтереп, затлы әйберҙәрҙе барлай. Ҡырын эштәрен башҡарғас та, фатирҙы тиҙ генә ташлап китмәй әле үҙҙәре – шунда төн үткәрәләр. Тамаҡ бешереп ашайҙар, аҙаҡ туплаған ҡиммәтле әйберҙәрҙе алып, енәйәт урынын ҡалдыралар. Урланғандарын ломбардҡа тапшырып, аҡса эшләп, уны исрафларға ла өлгөрәләр.
Уғрылар алты йыл төрмәлә ултырасаҡ.
Читайте нас