Йәмғиәт
3 Сентября 2019, 14:45

Илмир Рәсәй данын күтәрҙе

Ҡазан ҡалаһында WorldSkills профессиональ оҫталыҡ буйынса халыҡ-ара донъя чемпионатында Сибай күп тармаҡлы профессиональ колледжы студенты Илмир Сәйетбатталов юғары һөҙөмтәләр күрһәтте, үҙ сиратында, медальон менән бүләкләнде.

Үҫмер “Таштың архитектур эшләнмәһе” компетенцияһында еңеү яуланы, шулай итеп, зачет турнирында дүртенсе баҫҡысҡа күтәрелде. Уҡытыусыһы Рафаэль Яхиндың тынғыһыҙ хеҙмәтен дә баһаламау мөмкин түгел.

– Конкурсанттарҙың барыһы ла көслө әҙерләнгән бәйгегә. Был турала белә инем алдан, шуға күрә лә ҡыҙыулыҡты юғалтманым, – ти Илнур.

Ғөмүмән, Рәсәйҙең милли йыйылмаһы командаһы ярыштарҙа 14 алтын, 4 көмөш, 4 бронза һәм 25 медальон яуланы. Донъя чемпионатында 63 илдән 1 400-гә яҡын ҡыҙ һәм егет ҡатнашты.

Эстафетаны Рәсәйҙән Ҡытай ҡабул итеп алды.

Фото: Башҡортостан Мәғариф министрлығы сайтынан.
Читайте нас