Йәмғиәт
3 Сентября 2019, 17:01

Инвалидтан аҡса таптырған

"Түләһәң, инвалидлыҡ ваҡытын оҙайтам..."

Фото: news.yandex.ruФото: news.yandex.ru
Фото: news.yandex.ru
Мәләүез ҡалаһының урындағы "Баш медик-социаль экспертиза бюроһы" хеҙмәткәре, табип-стажер инвалидлыҡты оҙайтыусы документ эшләйем тип, пациенттан аҡса талап иткән.
52 йәшлек был табип 13 мең һум һорай. Әммә пациент ризалашмай. Ул законһыҙ рәүештә аҡса һорау осрағы тураһында полиция хеҙмәткәрҙәренә еткерә.
Ришүәтсене инвалидтан аҡса алған саҡта тотҡандар. Медик үҙ ғәйебен таныған, уға 50 һум күләмендә штраф һалынған. Етмәһә, үҙ теләге менән эштән киткән.
Читайте нас