Йәмғиәт
3 Сентября 2019, 08:39

Министр улы баланы автомобилдә ҡыҫып үлтергән

Был ҡот осҡос хәл былай булған: 26 йәшлек Стив Уотерсон үҙенең әхирәте Эдриан Хоар һәм уның өс йәшлек улы Алфи менән Лондон буйлап автомобилдә күңел асып йөрөгән. Улар менән тағы бер таныш пар ҙа булған.

Фото:  life.ruФото:  life.ru
Фото: life.ru
Был ҡот осҡос хәл былай булған: 26 йәшлек Стив Уотерсон үҙенең әхирәте Эдриан Хоар һәм уның өс йәшлек улы Алфи менән Лондон буйлап автомобилдә күңел асып йөрөгән. Улар менән тағы бер таныш пар ҙа булған.
Стивен Уотерсон дүрт урынлыҡ Audi TT автомобиленә идара иткән, әхирәте балаһы менән уның артындағы ултырғысҡа урынлашҡан. Быға тиклем магазиндар буйлап йөрөгән малай ныҡ мыжый башлағас, ҡатын уны иҙәнгә төшөргән, ә сығырынан сыҡҡан Стивен үҙе ултырған ултырғыс менән артындағы баланы ҡыҫа башлаған. Баланың тауышы тынғас ҡына ул ултырғысын шылдырған.

Эдриан Хор аяҡтары аҫтында ултырған баланың хәле мөшкөл икәнен атомобилдән сыҡҡас ҡына аңлаған, “ашығыс ярҙам” саҡырғандар, әммә баланың ғүмерен ҡотҡара алмағандар.
Бынан һуң Стивен менән Эдриан ғәйептәрен танымаҫ өсөн төрлө уйҙырмалар сығарған, хәлдең шаһиты булған парҙы ла киҫәтеп ҡуйғандар. Әммә дөрөҫлөк барыбер асылған.

Баланың әсәһе Эдриан Хоар ике йыл һәм туғыҙ айға төрмәгә оҙатылған, ә Бөйөк Британияның элекке министры малайы Стивен Уотерсонға тиҙҙән хөкөм язаһы сығарасаҡтар. Ул баланы үлтереүҙән тыш, ялған мәғлүмәт биреүҙә, шаһиттарҙы ҡурҡытыуҙа ғәйепләнә.
Читайте нас