Йәмғиәт
3 Сентябрь 2019, 15:30

Рәсәйҙең иң уңышлы моделе кем?

Атаһы – ябай шахтер, әсәһе – музыка уҡытыусыһы. Ҡыҙ Силәбе өлкәһенең төпкөл генә Еманжелинск ҡалаһынан. Бөгөн уны донъялағы иң уңышлы модель булараҡ беләләр.

Атаһы – ябай шахтер, әсәһе – музыка уҡытыусыһы. Ҡыҙ Силәбе өлкәһенең төпкөл генә Еманжелинск ҡалаһынан. Бөгөн уны донъялағы иң уңышлы модель булараҡ беләләр.


Эйе һүҙ Ирина Шәйхелисламова хаҡында. Халыҡҡа ул Ирина Шейк булараҡ билдәле. Ә бит ҡыҙҙың тормошо бер ҙә әкиәттәге кеүек башланмай.


Мәктәпте тамамлағас, буласаҡ донъя йондоҙо Силәбе ҡалаһына күсә. Бында колледжда маркетинг серҙәренә өйрәнә. Уны урындағы имидж-клуб вәкиле күреп ҡала һәм “Светлана” тигән модель агентлығында эш тәҡдим итә.


Иринаның карьераһы “Супермодель 2004” конкурсында еңеү яулағандан һуң сәскә ата башлай. Ул саҡта ҡыҙҙы икенсе бер скаут күреп ҡала һәм профессиональ рәүештә моделлек менән шөғөлләнергә тәҡдим итә. 2007 йылда Ирина “Intimissimi” Италия бренды йөҙөнә әйләнә һәм уның илсеһе булып китә. Шул саҡтан ҡыҙ Европа һәм АҠШ-та эш башлай.


Бөгөн Ирина Шейк бөтә донъя глянец журналдары тышын биҙәй һәм брендлы кейем күрһәтеүҙәрҙә ҡатнаша. Быйыл иһә ире актер Брэдли Купер арҡаһында тағы ҙурыраҡ иғтибар үҙәгенә эләкте ул. Июндә улар дүрт йыл йәшәгәндән һуң айырылышты. Әле Ирина Лея исемле ҡыҙ тәрбиәләй. Әйткәндәй, ҡыҙға исемде ул башҡорт өләсәһе Ғәлиә хөрмәтенә биргән икән.


Фото: rambler.ru
Читайте нас