Йәмғиәт
3 Сентября 2019, 15:15

Танауҙа – шөрөп!

Мәскәү өлкәһенең Клинский районы дауаханаһының хирургия бүлеге табиптары биш йәшлек баланың танауынан шөрөп алған.

Мәскәү өлкәһенең Клинский районы дауаханаһының хирургия бүлеге табиптары биш йәшлек баланың танауынан шөрөп алған.


Баҡтиһәң, ул танау эсендә йылға яҡын йөрөгән. Шуныһы аптырата: ата-әсәһе белмәгән дә. Бары тик медицина тикшереүе үткәргәндә генә шәйләп ҡалалар. Баш табип Ольга Стебловская әйтеүенсә, шөрөптө бик ҡыйынлыҡ менән алғандар, ул хатта тарҡалып, тутлай башлаған. Балалар ваҡ төйәкте ауыҙына,ҡолағына, танауына тығыусан.


Шуға ла ҙур бәләгә әйләнгәнсе, уны ваҡытында күреп алырға йә табипҡа күрһәтергә кәрәк. Ғөмүмән, балаларға ҡарата иғтибарлы булыу мөһим.



Фото: Рамблер.
Читайте нас