Свердловск өлкәһенең Филькино ауылы халҡы оҙаҡ йылдар күпер булмауҙан яфалана, иҫкеһе 2017 йылда бөтөнләй емерелә.
Шуға ла урындағы етәкселек халыҡҡа кәмә менән файҙаланырға тәҡдим итә, тик прокуратура кәмәнең хәүефле булыуын билдәләп, яңыһын төҙөргә ҡушалар.
Етәкселек халыҡҡа яңыһын вәғәҙәләй, тәүҙә 5 метр бейеклектәге һәм 1,5 метр киңлектә күпер төҙөргә ҡарар итәләр. Әммә аҙаҡ күперҙең киңлеген 1 метр итеп ҡалдырырға килешәләр. Төҙөлөш оҙаҡҡа һуҙыла, ауыл халҡы ла аҡса йыйып, төҙөлөш материалдары һатып ала...
2019 йылдың 31 авгусында сафҡа ингән яңы понтон күперенә һәр кем шатлана, уны тантаналы шарттарҙа асалар. Әммә уларҙың ҡыуаныстары оҙаҡҡа бармай, бер тәүлек үтеп өлгөрмәй... күпер емерелеп төшә. Бына һиңә, мә! Урындағы халыҡ белдереүенсә, күпер бик тар ғына булған. Әле етәкселек үҙ хатаһын төҙәтергә йыйына, был юлы күпер күпмегә хеҙмәт итер, әлегә билдәһеҙ...