Ышанаһығыҙмы-юҡмы, Мәскәү ҡалаһында курьер булып эшләгән 18 йәшлек егеттең 300 мең һумлыҡ еңел автомобилен түгел... ә кроссовкаһын урларға маташҡандар. Эйе, өс мең дә түгел, ә 300 мең!
Баш ҡаланың хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан, ғәйепләнеүсе ир ҡулға алынған. Асыҡланыуынса, яуыз ниәтле ир үҫмер егеткә ташлана, газ баллонын сығарып ҡорбанының йөҙөнә һиптерә. Үҫмерҙең күҙенә газ эләккәс, ул йығыла, ә теге ир, форсаттан файҙаланып, егеттең пакетын тартып ала ла енәйәт урынынан һыпырта. Ә пакет эсендә 300 мең һумлыҡ кроссовка ятҡан була.
Әммә үҫмерҙең янында дуҫтары була, шуға ла улар уғрының артынан ҡыуа төшә. Тик ғәйепләнеүсе пакетты ташлап ҡаса һәм йәшеренә. Зыян күргән үҫмер полицияға ғариза менән мөрәжәғәт итә.
Тикшереү барышында полиция хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсенең йәшәү урынын асыҡлап, уны ҡулға ала. Уғрының 22 йәшлек Мәскәү өлкәһе кешеһе икәне билдәле булған. Уның фатирында медицина маскаһы менән балаклава табылған.