Йәмғиәт
3 Сентября 2019, 19:18

Бала табылған... егерме йылдан һуң

Ул хәҙер ата-әсәһе янына ҡайтырға теләрме?

Фото: "Бәйләнештә".Фото: "Бәйләнештә".
Фото: "Бәйләнештә".
Белоруссия электричкаһында юғалған дүрт йәшлек бала егерме йылдан һуң Рәсәйҙә табылған.
Юля «Минск-Осиповичи» поезында юғала. Ул саҡта милиция хеҙмәткәрҙәре баланы вокзалдарҙа, поездарҙа, станцияларҙа эҙләп хәлдән тая. Ҡыҙға ата-әсәһен табырға Рәсәйҙәге таныш егете ярҙам итә. Ул Беларуссиялағы милицияның дежурлыҡ итеү хеҙмәтенә шылтырата.
Ул үҙенең 24 йәшлек етем танышының яҙмышы хаҡында һөйләй. Ҡыҙҙың бала сағы интернатта үтә, аҙаҡ уны тәрбиәгә бер ғаилә ала. Егет интернет аша бынан егерме йыл элек юғалған сабый тураһында мәғлүмәт таба. Эске эштәр министрлығы ҡыҙ менән бәйләнешкә инә. ДНК тикшеренеүе барыһын да раҫлай.
Яңыраҡ был ваҡиғала ҡатнашыусылар, ҡыҙ, уның ата-әсәһе Минск өлкәһенең Эске эштәр бүлегендә осрашты. Шатлыҡтың иге-сиге юҡ!
Читайте нас