Йәмғиәт
4 Сентября 2019, 14:00

Кем "Халыҡ участковыйы" булыр?

11 сентябрҙә "Халыҡ участковыйы" Бөтә Рәсәй конкурсы старт ала. Халыҡ ил буйынса иң яҡшы тәртип һаҡлаусыһын һайлаясаҡ.

11 сентябрҙә "Халыҡ участковыйы" Бөтә Рәсәй конкурсы старт ала. Халыҡ ил буйынса иң яҡшы тәртип һаҡлаусыһын һайлаясаҡ.


Конкурстың һәр этабында иң күп тауыш йыйған хеҙмәткәр һайлап алына. Һәр кем был тауыш биреүҙә ҡатнашып, полиция участковыйы исеменә тап килгән иң лайыҡлы хеҙмәткәрҙе һайлаясаҡ.


Конкурстың беренсе этабы 11-20 сентябрҙә уҙасаҡ. Унда еңгәндәр икенсе этапҡа үтә. Сараның был өлөшөндә хеҙмәткәр тураһында мәғлүмәт баҫылып сығасаҡ, ә 7-16 октябрҙә тауыш биреү уҙасаҡ. Өсөнсө этап еңеүсеһе Рәсәй Эске эштәр министрлығының интернет-сайтында онлайн-тауыш биреү һөҙөмтәһендә асыҡланасаҡ.


Илдең иң яҡшы участковыйын Полиция участковыйы хеҙмәткәрҙәре көнөндә бүләкләү ҡаралған.


Фото: atpress.kz сайтынан
Читайте нас