Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Сентябрь 2019, 21:31

Мөғжизә!

"Хатта илағы килә..." - тип яҙа ирекмәндәр.

Фото: primpoisk25
Фото: primpoisk25
Приморье крайында тайгала юғалған малайҙың 13 көндән һуң табылыуын ирекмәндәр мөғжизә тип атай.
”Беҙ ышандыҡ! Василий табылды! Бөтәгеҙгә лә рәхмәт! Хатта илағы килә...” тип яҙа улар социаль селтәрҙә.
Үҫмерҙе Көнсығыш хәрби округы хеҙмәткәрҙәре эҙләп тапҡан. Биләмәне улар ҡеүәтле машиналарҙа урап сыҡҡан. Ярҙарынан артылған йылғаны бары “Урал” автомобилендә генә йөҙөп тигәндәй сыға алғандар. Илле хәрби һәм өс автомобиль техникаһы бирелгән.
Әле үҫмер медицина тикшеренеүе үтә. Тәфтишселәр уның мажараға тарыу сәбәбен асыҡлай. Василий бәшмәк йыйырға тайгаға юлланған һәм йүнәлеште юғалтҡан. Бер нисә көндән һуң умарталыҡҡа барып сыҡҡан.
Читайте нас