Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Сентябрь 2019, 02:49

Машинаһынан сығып оса

Урамдар киҫелешендә “Нива” менән пассажир автобусы бәрелешеү һөҙөмтәһендә...

Фото ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән.
Фото ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән.
...Һәм тере ҡала. Хатта йәрәхәттәре лә юҡ. Был юл-транспорт ваҡиғаһы кисә Стәрлетамаҡта була.
Полевая менән Октябрҙең 20 йыллығы урамы киҫелешендә “Нива” менән “Луидор” пассажир автобусы бәрелешә. ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 50 йәшлек “Нива” водителе маршрут автобусына юл бирмәй һәм барып төкөй.
Бәрелеш шул тиклем көслө була, водитель ирҙең ишеге асылып китә һәм ул юлға ҡолап төшә. Видеонан күренеүенсә, күп тә тормай һикереп тора һәм башын ыуа-ыуа ситкә китә.
Авария һөҙөмтәһендә пассажир автобусынан 47, 58 һәм 63 йәшлек өс ҡатын төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға мөрәжәғәт итә. Ирҙең юл ыңғайы осоп төшөп ҡалыуына ҡарағанда, тимәк, ул хәүефһеҙлек ҡайышын да таҡмаған. Ярар был юлы иҫән-һау ҡотолдо, ә автобустың тәгәрмәсе аҫтына килеп инһә?
Читайте нас