Йәмғиәт
3 Сентябрь 2019, 21:33

Самолетта тәртип боҙһаң...

Тик пассажир стюардессаның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмай, тиргәшә башлай, төрлө һүҙҙәр менән кәмһетә, тәмәкеһен тоҡандыра.

Фото: vladtime.ruФото: vladtime.ru
Фото: vladtime.ru
Дондағы Ростов – Владикавказ рейсы буйынса "Азимут" авиакомпанияһы самолеты салонында шаҡ ҡатырғыс хәл теркәлгән, әле Транспорт полицияһы тикшереү башлаған.
Экипаж командиры хәбәр итеүенсә, осоу мәлендә пассажирҙарҙың береһе электрон тәмәке сығарып, уны тоҡандырып, тартырға йыйына. Әммә, белеүегеҙсә, самолетта был тыйыла, электрон тәмәкене лә тартырға ярамай.
Стюардесса был турала пассажирҙы иҫкәртеп, ҡағиҙәләрҙе боҙмаҫҡа өндәй. Тик пассажир уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмай, тиргәшә башлай, төрлө һүҙҙәр менән кәмһетә, тәмәкеһен тоҡандыра. Стюардесса ҡаты ғына итеп тағы ла бер тапҡыр иҫкәрткәс, теге яуыз ниәтле ир ҡыҙҙың битенә һуға.
Самолет Владикавказға килеп еткәс, самолет экипажы полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыра, улар янъялсыны ҡулға ала.
Читайте нас