Йәмғиәт
4 Сентября 2019, 10:47

Яна Рудковскаяның улы мәктәпкә йөрөмәйәсәк

Был хаҡта ул социаль селтәрҙә белдергән, ғөмүмән, баланы киләсәктә лә фәҡәт өйҙә уҡытасаҡтарын яҙған.

Был хаҡта ул социаль селтәрҙә белдергән, ғөмүмән, баланы киләсәктә лә фәҡәт өйҙә уҡытасаҡтарын яҙған.


Бының сәбәбе ябай: подюсер Яна Рудковская менән данлыҡлы фигурист Евгений Плющенконың улы Саша фигуралы шыуыу менән етди шөғөлләнә, модалы журналдарҙа фотосессияларға йөрөп өлгөрә, унан тыш шәхесте үҫтергән башҡа ғәмәлдәр менән мәшғүл.


Әммә йәмәғәтселеккә был хәл бер ҙә оҡшамаған. Бәғзеләр Рудковскаяны улы ярҙамында аҡса эшләүҙә, байлығынан шашып нимә ҡылырға белмәүҙә ғәйепләй, мәктәп системаһын инҡар итеүен бөтөнләй аңламай.


Саша – Рудковская менән Плющенконың берҙән-бер улы. Ҡатындың миллиардер Виктор Батуриндан тағы ике улы бар. Ә Плющенконың тәүге никахынан Егор исемле улы үҫә.


Фото: deti.mail.ru
Читайте нас