Йәмғиәт
4 Сентября 2019, 07:20

“Ярҙам итегеҙ, Радий Фәрит улы!”

“Был мәсьәлә менән һуңғы йылдарҙа бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иттем инде, ләкин ул хәл ителмәй килде: Уяҙыбаш менән Тормай ауылдары араһындағы юл (Миәкә һәм Стәрлебаш райондары) бик насар хәлдә. Унда ҡырсынташ ҡына түшәлгән һәм был арауыҡты үтеүе кешеләр өсөн дә ҡыйын, автомобилде лә туҙҙыра”, – тип яҙа республика етәксеһенә “Бәйләнештә” селтәрендә Вячеслав Байков.

Фото: Вячеслав Байковтың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенәнФото: Вячеслав Байковтың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән
Фото: Вячеслав Байковтың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән
“Был мәсьәлә менән һуңғы йылдарҙа бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иттем инде, ләкин ул хәл ителмәй килде: Уяҙыбаш менән Тормай ауылдары араһындағы юл (Миәкә һәм Стәрлебаш райондары) бик насар хәлдә. Унда ҡырсынташ ҡына түшәлгән һәм был арауыҡты үтеүе кешеләр өсөн дә ҡыйын, автомобилде лә туҙҙыра”, – тип яҙа республика етәксеһенә “Бәйләнештә” селтәрендә Вячеслав Байков.
Уның әйтеүенсә, ошо юлға асфальт түшәүҙе һорап яҙған үтенес буйынса элекке республика Башлығы хакимиәте лә, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты ла бер ниндәй ҙә сара күрмәгән, йә аҡса юҡлыҡҡа һылтанғандар, йә юлдың быйылғы планға индерелмәүен сәбәп иткәндәр. 12 километр оҙонлоҡтағы был арауыҡты машиналар үтә аҡрын – 40 минутлап үтергә мәжбүр икән, автомобилдең юлдан ситкә тайып сығып киткән осраҡтары ла аҙ түгел. Ҡыш көнө йыш ҡына автомобилде ауыр техника менән тарттырып үтергә тура килә.
“Хәҙер “Аҡ йорт”та кадрҙар составы үҙгәрә башлағас, тәртип нығынасағына өмөт тә тыуҙы. Ярҙам итегеҙ беҙгә, Радий Фәрит улы!” – ти Вячеслав Байков.
Читайте нас