Йәмғиәт
5 Сентября 2019, 08:30

Иҫерек ҡатын магазинға... вездеходта барған

30 йәшлек ҡатын ҡыҙын вездеходҡа ултыртып алған да... магазинға йүнәлгән. Автоинспекторҙар башына һаҡланыу шлемы кеймәгән водителде туҡтатҡас, юғары тиҙлектә елдергән ҡатындың, етмәһә, иҫерек булыуы ла асыҡланған.

Хәл Вологда өлкәһенең Лапач-Бурцево юлында булған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре елдәй етеҙ тиҙлек менән эргәләренән үтеп киткән вездеходты иғтибарға алған. “Armada” тип аталған ҡеүәтле “ҡорос ат”та бәләкәй баланы ла шәйләгәс, ҡатынды туҡтатырға булғандар. Әммә водитель киҫәтеүгә ыжлап та бирмәгән, ҙур тиҙлектә елдереүен белгән. Транспорт сараһының сылбыры өҙөлгәс кенә туҡтаған һәм, сумкаһын алып, ҡыуаҡтар араһына ҡасырға маташҡан.

Асыҡланыуынса, водитель Череповец ҡалаһынан. Был транспорт сараһын йөрөтөүгә хоҡуғы булмаған, рулгә иҫерек килеш ултырған, етмәһә, бәлиғ булмаған ҡыҙын да үҙе менән алған. Әйткәндәй, ҡасҡанда сумкаһында алкоголле эсемлектәр булған.

Әле “Armada” вездеходы махсус туҡталҡаға ҡуйылған, ҡатынға ҡаршы административ эш асылған. Уға 30 мең һум штраф янай, ике йылға водитель танытмаһынан мәхрүм итәсәктәр.

Фото: life.ru
Читайте нас