Рәсәйгә Бразилиянан килгән турист ҡатынды Мәскәү дауаханаһына һалғандар. Әле ул реанимацияла.
Сәбәбе башҡа һыймаҫлыҡ. Иренең йоҡлағанда ныҡ хырылдауы арҡаһында ҡатын ыҙа сиккән. Был юлы ла, ресторандан ҡайтҡас, йәнгә тейгес хырылдауҙы ишетмәҫ өсөн йоҡо дарыуы эскән.
Дөрөҫ самаламағандыр, ахыры, күберәк булған. Хәле насарланғанын тойоп, отель хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт иткән. Уның йоҡо дарыуҙарынан ағыуланғаны асыҡланған...