Йәмғиәт
5 Сентября 2019, 15:57

Һөйөнсө! Завод яңынан эшләй башланы

Предприятие һөҙөмтәле эшләү өсөн заказ менән тәьмин ителгән. Уның проект ҡеүәте – айына алты миллион кирбес булһа, әле 640 мең кирбескә заказ бар.

Фото: Ағиҙел ҡалаһының рәсми сайтынан.Фото: Ағиҙел ҡалаһының рәсми сайтынан.
Фото: Ағиҙел ҡалаһының рәсми сайтынан.
Быйыл июлдә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ағиҙел ҡалаһында булғайны. Тап шунда ҡала өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған заводтың яҙмышына ҡағылышлы мәсьәлә күтәрелгәйне.


Бөгөн иһә Ағиҙел ҡалаһында өс йыл туҡтап торғандан һуң силикат кирбес етештереү заводы эшләй башланы. Предприятие һөҙөмтәле эшләү өсөн заказ менән тәьмин ителгән. Уның проект ҡеүәте – айына алты миллион кирбес булһа, әле 640 мең кирбескә заказ бар.


Предприятие етәксеһе Марат Мәннәнов әйтеүенсә, Башҡортостан Республикаһы ярҙамы менән логистика яйға һалынды, яҡын киләсәктә етештереүҙе проект ҡеүәтенә еткереү күҙаллана.


Ағиҙел ҡалаһы өсөн завод бик мөһим. Тәү сиратта ул эшһеҙлек проблемаһын хәл итеү мөмкинлеген бирәсәк. Бөгөн бында 39 кеше эшкә алынған, тиҙҙән уларҙың һанын 150-гә еткереү планлаштырыла. Заводта газ-силикат блоктар етештереү линияһы ла әҙер тиерлек. Ҡорамалдар һатып алынған. Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды менән кредитлау мәсьәләһе тикшерелә.
Читайте нас