Йәмғиәт
4 Сентября 2019, 19:01

Йырсының фатиры кемгә ҡалды?

Кисә Юғары суд аҙаҡҡы ҡарарҙы сығарҙы.

Фото: zainsk-rt.ruФото: zainsk-rt.ru
Фото: zainsk-rt.ru
Шөһрәтле йырсы Илһам Шакировтың фатиры тирәләй низағ туҡталырға оҡшай. Кисә Татарстан Юғары суды бының буйынса аҙаҡҡы ҡарарҙы сығарҙы.
Мәғлүм булыуынса, быйыл 11 мартта Вахитов судында эстрада йондоҙон ике тиҫтә йылдан ашыу ҡараған Илһам Хажиев менән артистың 90 йәшлек апаһы Зәйнәп Гәрәева араһында ғауғалы эш башланғайны.
Ҡазандың Ҡәйүм Насыри урамындағы 44-се йорттағы фатир йырсы вафатынан һуң Хажиевҡа ҡала. Әммә туғандары бының менән килешмәй. Өс айға яҡын тикшергәндән һуң судья фатирҙы йырсының ярҙамсыһы Илһам Хажиевҡа күсеүен танып, ҡарар сығарҙы. Зәйнәп Гәрәева бының менән килешмәйенсә, апелляция хаты биргән.
Кисә Юғары суд Вахитов район суды ҡарарын үҙгәрешһеҙ ҡалдырған.
Читайте нас