Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Сентябрь 2019, 17:34

74 йәштә – игеҙәк балалар

Мангаяма менән уның 80 йәшлек ире Рая Рао 1962 йылдың мартында уҡ өйләнешә. 57 йыл буйына улар бала тураһында хыяллана

Фото mail.ru
Фото mail.ru

Һиндостандың Андхра-Прадеш штатында йәшәгән 74 йәшлек ҡатын игеҙәк балаларға ғүмер биргән – уларҙың ғаиләһендә ике ҡыҙ бала донъяға килгән.

Табиптар әйтеүенсә, балалар операция ярҙамында тыуған. “Операция ыңғай ғына үтте. Әсәй ҙә, балалар ҙа үҙҙәрен яҡшы тоя. Шулай ҙа әсә кешене интенсив терапия бүлексәһенә ебәрҙек, был уға кисергән стресс хәленән тиҙерәк сығыу өсөн кәрәк”, - ти табиптар.

Мангаяма балаларын күкрәк һөтө менән ашата алмаясаҡ, шуға күрә балалар донор банкынан һөт эсеп үҫәсәк.
Мангаяма менән уның 80 йәшлек ире Рая Рао 1962 йылдың мартында уҡ өйләнешә. 57 йыл буйына улар бала тураһында хыяллана, тик килеп сыҡмай. Әммә ЭКО, яһалма аталандырыу ярҙамында параның хыялы тормошҡа аша һәм ҡартайған көндәрендә улар ата-әсә булыу бәхетен кисерә.
Табиптар белдереүенсә, ҡатындың шәкәр диабеты, йөрәк, ҡан баҫымы кеүек сирҙәре юҡ, шуға күрә ул проблемаһыҙ балаларын йөрөтөп, тыуҙырыуға өлгәшә.
Быға тиклем ЭКО ярҙамында бала тапҡан иң өлкән ҡатын булып икенсе Һиндостан ҡатыны Омкари Панвар иҫәпләнә ине. Ул 2008 йылда 70 йәшендә игеҙәктәргә ғүмер биргәйне.
Һәр кемдең ата-әсә булыу бәхетен кисерергә хаҡы бар. Тик ата-әсәһе киткәс, был балалар яҙмышы кем ҡулында ҡалыр икән?


Читайте нас