Йәмғиәт
6 Сентября 2019, 10:04

Һағынып ҡайтҡан…

Бысрап, йонсоп бөткән этте тәүҙә подъезд кешеләре танымай ҙа, ҡыуып маташа, хатта махсус хеҙмәт саҡырырға уйлайҙар.

Фото: "Бәйләнештә".Фото: "Бәйләнештә".
Фото: "Бәйләнештә".
30 саҡрым аранан өйөн һағынып йүгереп ҡайтҡан эт тураһындағы хәбәр социаль селтәрҙәрҙә йәшен тиҙлегендә тарала.

Бысрап, йонсоп бөткән этте тәүҙә подъезд кешеләре танымай ҙа, ҡыуып маташа, хатта махсус хеҙмәт саҡырырға уйлайҙар. Күршеләренең береһе генә: «Был бит Доля!» - тип ҡысҡырып ебәрә. Ысынлап та быйыл май айында мәрхүм булған күрше ҡатындың яратҡан эте Доля була ул.
Ун йыл Стәрлетамаҡ ҡалаһында ошо йортта хужабикәһе менән бергә йәшәй. Һуңғы йылдарҙа ҡатын ауырый, урамға ла сыға алмай. Эргәһендә этенән башҡа яҡындары ла булмай. Май айында ҡапыл йөрәген тотоп йығылғас та эте асырғанып өрә, тик күршеләре, табиптар килгәндә һуң була. Ҡатын үлгәс, эт яңғыҙ ҡала: мәрхүмәнең туғандары ла юҡ, күршеләре араһында алырға теләүсе лә табылмай. Салауат ҡалаһы эргәһендәге хайуандар приютына оҙаталар. Ләкин тоғро эт ҡайтып, фатир ишеге төбөндә йәшәй, битараф түгел кешеләр бисараны йәлләп ашата. Волонтерҙар яңы хужа эҙләй. Алырға теләүселәр күбәйә, улар араһында ауылда йәшәгән ҡатын да бар. Доля яңы хужабикәһенә ылығып китер, тип ышана барыһы ла.
Читайте нас