Социаль селтәрҙә бәләкәй генә ҡыҙсыҡтың Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғырын ихлас яттан һөйләп торған яҙмаһы һоҡланыу уята.
Был ҡыҙҙың ата-әсәһе ябай ғына миҫал менән тыуған телгә һөйөү ҡайҙан башланыуын күрһәтә. Телгә һөйөү ғаиләлә тәрбиәләнеүен, ә мәктәп уны бары уҡырға һәм яҙырға өйрәтеүен инҡар итеп булмай.
Бала тыуған телендә матур һөйләшә икән, ул ошо телдә яҙырға ла, уҡырға ла еңел өйрәнәсәк.
Шуға ла башҡорт булып тыуыу бер, ә башҡорт булып үҫеү бөтөнләй икенсе сифаттағы милләт вәкиле булып формалашыуға булышлыҡ итә.
Шуға ла өйҙә тик башҡортса һөйләшергә кәрәк. Өйҙә һеҙҙе туған телдә һөйләшмә тип бер кем дә тыймай.